Ҡырмыҫҡалы районының эске эштәр бүлеге етәксеһе Салауат Ғәлиев һәм Өфө районының эске эштәр бүлеге етәксеһе Эдуард Матвеев тулыһынса ғәйепһеҙ тип танылды. Шулай уҡ Өфө районы буйынса эске эштәрҙең миграция бүлеге етәксеһе Павел Яромчукка ҡарата ла хөкөм ҡарары йомшартылды. Уға дөйөм режимлы колонияла ултырыу ваҡыты алты йылдан дүрт йылға ҡалдырылды.
Уҙған йылдың аҙағында өс полиция хеҙмәткәренә коллегалары ҡатын-ҡыҙҙы көсләү буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылғайны. Эдуард Матвеев менән Салауат Ғәлиев ете йылға, ә Павел Яромчук алты йылға иркенән мәхрүм ителгәйне. Шулай уҡ, көсләнеүсегә 3 миллион һум мораль зыянды ҡайтарырға тейеш инеләр.
Фото: ГТРК "Башҡортостан"