Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Июня 2020, 06:00

Путин Трамп менән һөйләште

АҠШ Президенты шылтыратып һөйләшергә теләгәс, Владимир Путин да ҡаршы килмәне.

Ике дәүләт башлығы иң тәүҙә бөгөнгө хәл-әхүәлдәргә туҡталды. Владимир Путин Дональд Трампҡа ИВЛ (үпкәне яһалма елләтеү) аппараттары ебәргәндәре өсөн рәхмәт әйтте. Шулай уҡ АҠШ лидерын 30 майҙа Халыҡ-ара йыһан станцияһына Америка астронавтарын алып барыусы «Крю Дрэгон» космос карабын уңышлы осороу менән ҡотланы. Президенттар йыһанды бергә яуларға килеште.

Нефть темаһын да урап үтмәнеләр. Путин менән Трамп бынан алда ла был мәсьәлә буйынса һөйләшкәйне. Проблема хәл ителеп килә шикелле.

Дональд Трамп «Етәү төркөмө» (“G7”) дәүләттәре саммитын Рәсәй, Австралия, Һиндостан, Корея Республикаһы лидерҙарын саҡырып уҙғарыу ниәте барлығын белдерҙе. Путин, моғайын, баш тартмаҫ.

Шулай итеп, улар икәүләшеп эшлекле генә, тыныс һәм йөкмәткеле аралашып алды.

Фото: Кремлин.ру.

Читайте нас