Был юлы Бөрйән, Борай, Бәләбәй һәм Стәрлетамаҡ райондары юртаҡтары үҙ көсөн һынаны. Бәйгелә Стәрлетамаҡ районынан Евгений Везнюк беренсе килеп, еңеү яуланы. Ә Бөрйән һыбайлылары бәйгегә милли кейемдә сыҡты.
6 июнь көнө Дыуан, Кушнакенко, Бишбүләк һәм Балаҡатай районының юртаҡтары бәйгегә сығасаҡ. Ат ярышына битараф булмағандары ипподромда 12.00 сәғәттә көтәләр.
Фото "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы сайтынан алынды.