Балаларға ҡаршы ҡорал күтәргән

Күл арендаторының балыҡсыһы менән урындағы халыҡ араһында ғауға сыҡҡан.


Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының күлдәренең береһендә булған низағ видеоһы интернетта таралды. Унда бер балыҡсы үҫмергә пистолет тоҫҡай, һауаға ата.
Был күл арендаторы хеҙмәткәре һәм урындағыларҙың конфликты булып сыҡты. Малайҙар әйтеүенсә, улар һыу буйына йөҙөргә барған һәм аранан берәү ауға эләккән. Башҡалар дуҫын ҡотҡарып алғансы, ау йыртылып бөткән. Балаларҙың өҫтөнә барып сыҡҡан арендатор балыҡсыһы, ауҙы урлайҙар, тип ҡоралға йәбешкән.
Әлеге конфликтты бөгөн полиция тикшерә. Район етәкселеге ауыл халҡын яҡлап сыҡты һәм күл арендаторын саҡырып, ауылдың инициатив төркөмө ҡатнашлығында етди һөйләшеү уҙғарҙы.
"Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламаясаҡбыҙ, арендатор хеҙмәткәренең был ҡылығы өсөн яуап бирәсәк", - тип яҙҙы сәхифәһендә Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов.
Читайте нас