Көслө ел ваҡытында өйҙән сыҡмағыҙ, электр бағаналары янына бармағыҙ, ағаслыҡта йөрөмәгеҙ, тип иҫкәртә МЧС

Иртәгә йәшенле ямғыр булыу ихтималлығы хаҡында яҙғайныҡ инде. Синоптиктар ҙа, МЧС та көндөң боҙолоуын хәбәр итә.

Йәшенле ямғыр ғына булһа, бер хәл. Көслө ел дә фаразлана.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан смс-хәбәрҙәр килеүен дауам итә. Белгестәр ямғыр ваҡытында кешегә, әгәр ашығыс булмаһа, өйҙән бигүк сығып йөрөмәҫкә, ҙур реклама щиттары янына бармаҫҡа, электр бағаналарына алыҫыраҡ булырға ҡуша.
Һуңғы йылдарҙа ел бигерәк маҙаға тейә. Бығаса күренмәгән өйөрмәләре лә хәҙер йыш була. Саҡ ҡына көслө ел иҫтеме, биналарҙың ҡыйығы емерелеп бара...
Һаҡ булығыҙ, тиеүебеҙ инде. Балаларығыҙға ла күҙ-ҡолаҡ булығыҙ.
Фото: vk.com.
Читайте нас