Вузға онлайн-форматта уҡырға инергә мөмкин!

Ауыр осор ябай булмаған ҡарарҙар талап итә.


Өфө дәүләт авиация техник университетында ҡабул итеү кампанияһы онлайн ойоштороласаҡ.
Йәғни абитуриенттар документтарын Дәүләт хеҙмәттәре сайты аша тапшыра ала. Бының өсөн "Юғары уҡыу йортона инеү" пунктын һайларға кәрәк.
Шулай уҡ уҡыу йортоноң сайтында шәхси кабинет аша ла был эште башҡарып буласаҡ. Әлегә төбәктә ӨДАТУ - бындай мөмкинлек тыуҙырған берҙән-бер вуз.
Рәсәйҙә быйыл ни бары 56 вузға документтарҙы онлайн тапшырып буласаҡ.
Читайте нас