Милли проект: Башҡорт продукцияһын ситкә күберәк һатырға кәрәк

Ошо көндәрҙә БР Хөкүмәте Президиумы ултырышы үткәйне, унда 2021 йылда “Рәсәйҙә Экспортлаусы йылы”н уҙғарыу буйынса ойоштороласаҡ саралар планы раҫланды.

Республика был сараға етди әҙерләнә. БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева белдереүенсә, “Экспортлау ваҡыты” халыҡ-ара форумын үткәреү күҙаллана. Ул беҙҙә 2018 йылдан алып үтә һәм бизнес берлектә ыңғай баһалана.

Шулай уҡ “Йыл экспортлаусыһы” конкурсының төбәк этабында ҡатнашыусылар һаны ла арта. Был да продукцияһын ситкә һатыу менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың, тышҡы сауҙа эшендә уңышҡа өлгәшеүселәрҙең күбәйеүе тураһыда һөйләй.

Киләһе йылда “Башҡортостанда эшләнгән” проектын презентациялау өсөн Башҡортостан Республикаһы экспорты көндәрен ойоштороу ҙа ҡаралған. Был сара Австрия, Төркиә, Ҡаҙағстан, Канада, Ҡытай, Көньяҡ Корея кеүек илдәрҙең сауҙа вәкиллектәрендә үтәсәк.

БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров әйтеүенсә, беҙгә сит ил партнерҙары менән тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлек итергә кәрәк.

Беләһегеҙ, Рәсәйҙә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты ғәмәлгә ашырыла. Башҡортостан да был йәһәттән маҡсатлы эштәр башҡара.

Фото: Твиттер (2019 йылғы форум).

Читайте нас