Нуғай ауылы халҡының һаулығы хәүеф аҫтында

Бында йәшәүселәр эсәк таяҡсалары барлыҡҡа килтергән инфекция ауырыуҙарының сығанағы булып тороуы мөмкин.

Анализ һөҙөмтәләре буйынса нуғайҙарҙың эсәр һыуында төрлө микроб һәм бактерия мыжғып тора. Һыуҙан зыян күреүселәр араһында балалар ҙа бар. Урындағылар һыуҙы эсеү йәки тамаҡ бешереү түгел, уның менән йыуына ла алмай. Фаразлауҙарынса, һыу санитар һәм төҙөлөш нормаларын боҙоу арҡаһында зарарланған. Баҡһаң, ҡайһы бер йәшәүселәр соҡор ҡаҙып, шунда нәжесен ағыҙа. Тап ошондай соҡорҙан ағып сыҡҡан бысраҡ грунт һыуҙарына эләгә, артабан - ҡоҙоҡтарға.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Читайте нас