Көнөнә 185 доллар алғың килһә, Японияға бар

Япония Хөкүмәте туристар өсөн махсус ваучер булдырырға самалап тора. Улар һәр кешегә көнөнә 185 доллар (20 мең иена йә 13 мең һум) түләмәкселәр.

Ни өсөн? Коронавирус эпидемияһы арҡаһында зыян күргән туризм тармағына ярҙам итеү өсөн.
Көнөнә 185 доллар алған турист тотонған сығымдарының яртыһын тиерлек ҡаплаясаҡ. Ваучер менән кафе-ресторандарҙа, магазиндарҙа иҫәпләшергә мөмкин. Ошо программаға япон властары 12,5 миллиард доллар (660 миллиард һум) һалырға уйлай.
Ваучерҙы йәки субсидияны алыу өсөн отелде Японияның туристик агентлыҡтарынан бронләргә кәрәк. Тик юл хаҡын ваучерлата түләп булмай.
Уйлайыҡ әле: көнөнә 185 доллар... 13 мең һум. Кемдеңдер айлыҡ эш хаҡын ҡайҙалыр Японияла көн һайын түләйәсәктәр. Ун көнгә барһаң, мәҫәлән, бер кешегә юлға һәм йәшәүгә 80 мең һум икән, ти. Шуға өҫтәп, көн һайын 13 мең һум бирһәләр... Ашауға шул тиклем аҡса тотонмайһыңдыр ҙа инде. Һм, аҡса эшләргә китергә була бит...
Фудзияманы күреп, сакураны еҫкәп, кем әйтмешләй, “ҡутараһынан” аҡса алып, япон туризмына ярҙам итә алғаныңа ҡыуанып ҡайтаһың инде.
Фото: vk.com.
Читайте нас