Республиканың Күсемһеҙ мираҫ объекттарын һаҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Бәндәбикә” мавзолейы федераль әһәмиәттәге археологик мираҫ ҡоролмаһын һаҡлау биләмәһе раҫланған. Бынан ары уның сиктәрендәге бөтә эш алдан килешеп башҡарылырға тейеш.
“Бәндәбикә” кәшәнәһе Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылы яғында. Объектты 1968 йылдан (1966 йылда табыла) тикшерә башлағандар. Билдәле тарихсы Нияз Мәжитов етәкселегендәге археологик тикшереүҙәр асыҡлауынса, кәшәнә дүрткел формала булған, эске камераһы – квадрат, иҙәненә кирбес түшәлгән. Ҡәберҙә мосолманса ерләнгән ҡатын һөлдәһе табылған. Ерәнсә сәсәндең ҡатыны Бәндәбикәнеке булып сыға ул һөлдәләр.
Тик йәл, Бәндәбикәнең ҡалдыҡтарын Мәскәүгә тикшерергә алып китәләр ҙә, шунда юҡҡа сыға. Ҡайҙалыр һаҡланһа, моғайын, билдәле булыр ине. Хәҙер, исмаһам, кәшәнәһен генә булһа ла, яҡшылап һаҡларға тура килә. Ул да бит тарих.