«Юлдаш» кескәй дуҫтарын ижади бәйгегә саҡыра!

1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө. Ул өлкәндәр иңендә балаларыбыҙҙың ғүмере, сәләмәтлеге һәм именлеге өсөн ҙур яуаплылыҡ ятыуын иҫкә төшөрә.

Йәйҙең тәүге көнөндә балаларға бүләктәр биреү, сағыу байрамдар ойоштороу радиола ла матур йолаға әйләнде. Ошо байрам уңайынан «Юлдаш» йыл һайын төрлө акция ойоштора, кескәй тыңлаусыларына байрам кәйефе өләшә. Быйыл пандемияға бәйле, балалар янына барып аралашыу мөмкинлеге булманы, әммә эҙләһәң, юлдары табыла. Радио коллективы шәп бүләктәр әҙерләп, «Бәйләнештә» сел­тәрендә онлайн рәүештә ижади бәйге тәҡдим итте. Ул «Мин – алып барыусы» тип атала. Шарттары ҡатмарлы түгел, ни бары үҙеңде алып барыусы ролендә хис итеп, төркөмгә видеояҙма төшөрөп ебәрергә кәрәк. Уны #юлдаштаалыпбарам тигән хештег менән билдәләргә онотмағыҙ. Яҙма 2 минуттан артыҡ булырға тейеш түгел. Йәш сикләүе – 3 йәштән – 12 йәшкә тиклем. Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте https://vk.com/uldash_fm ошо һылтанма буйынса алырға мөмкин.


Еңеүселәрҙе 31 майҙа «Юлдаш» радиоһы алып барыусылары билдәләйәсәк. Кескәйҙәр, тәүәккәлләп ҡатнашығыҙ, атай-әсәйҙәр, балаларға ярҙам итегеҙ! Беҙ бергә!
Фото: Т,Аманов
Читайте нас