Сыуашстандың эштән ебәрелгән элекке башлығы Владимир Путин менән судлаша?!

Ишеткәнһегеҙҙер, быйыл ғинуарҙа Президент Сыуаш республикаһы башлығы Михаил Игнатьевты вазифаһынан бушатҡайны. Әле экс-башлыҡ Юғары судҡа мөрәжәғәт иткән.

Игнатьев Президенттың "...ышанысты юғалтыу сәбәпле, вазифаһын ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында"ғы указына ҡаршы ғариза яҙып биргән. Суд уны эшкәртеүгә алған һәм 30 июндә ултырыш була, имеш.
Был хаҡта Юғары судтың рәсми сайтында хәбәр тора, тип яҙған РБК.
Тимәк, элекке башлыҡ хәҙер Президентты судҡа биргән булып сыға? Дөрөҫмө икән?
Фото: Кремлин.ру
Читайте нас