Милли проект: “Был тиклем балалар баҡсаһы республикала бер ҡасан да төҙөлгәне булманы”

Башҡортостанда күпләп балалар баҡсалары төҙөлә. Эштәр милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса алып барыла.

Өфөнөң Дим районындағы яңы кварталда (Дим-6) 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды. Бында 12 төркөм, шул иҫәптән икәүһе ясли төркөмө буласаҡ.

Бала үҫешенә һәм һаулығына бөтә шарттар булдырылған. 24 педагог, психолог, ике медсестра, логопед кеүек белгестәр ҙә эшләй.

Объект төҙөлөшө 250 миллион һумға төшкән. Баҡса асылыу менән Дим районы халҡын Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин да ҡотланы.

БР Хөкүмәтенең вице-премьеры Рәиф Әбдрәхимов әйтеүенсә, май аҙағынаса баш ҡаланың Совет районында ла балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Бынан тыш, Өфөлә тағы дүрт мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы төҙөлә. “Беҙ федераль үҙәккә милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға бирелгән финанс ярҙамы өсөн рәхмәтлебеҙ. Быйыл республикала 22 балалар баҡсаһы төҙөлә, былтыр 24-те астыҡ. Был тиклем балалар баҡсаһы беҙҙә төҙөлгәне юҡ”, - тине вице-премьер.

Төҙөлөштәр «Демография» милли проекты буйынса башҡарыла.

Фото: “Башинформ”.

Читайте нас