

Президент ҡултамғаһы менән вуз ректорҙарының етәксе булып ултырыу йәше билдәләнде. Йәғни, федераль закон менән бынан ары ректорҙар, ғилми учреждениелар директорҙары 70 йәшкә тиклем генә үҙ вазифаһында ҡала аласаҡ.
Тағы шуныһы: айырым осраҡта ғына был ваҡыт оҙайтылыуы ихтимал.
Шулай уҡ етәксе бер үк ойошмала өс мөҙҙәттән дә артыҡ эшләй алмай.
Был закон 2020 йылдың 1 июленән үҙ көсөнә инә.
Фото: Кремлин.ру.