Юл фажиғәләре - 24 май

24 май республика юлдарында ете автомобиль аварияһы теркәлгән, һигеҙ кеше травмалар алған.

Иртән Октябрьский ҡалаһы ситендә Татарстандан 60 йәшлек ир "Газель" йөк машинаһында юлдан төшөп киткән. Водитель йәрәхәтләнгән.
Кискә ҡарай Ҡырмыҫҡалы районында 33 йәшлек ҡатын ВАЗ-2110 машинаһында ыңғай барған "Suzuki SX" машинаһына бәрелгән.
ВАЗ-дың водителе ауыр яраланған.
Тәүлек эсендә ЮХХДИ инспекторҙары ике меңдән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәгән, 67 иҫерек водителде тотҡан.
Фото: Д.Ғилметдинов.
Читайте нас