22 майҙа Дубайҙан Рәсәйгә рейс булған. Ләкин документтар менән ҡатмарлыҡтар килеп сығып - консуллыҡ уларҙы бирә алмай. Шулай уҡ коронавирусҡа тест һөҙөмтәләре лә әҙер булмай.
Киләһе рейс ҡасан булыр - билдәһеҙ. Юлиәнең туғандары ҡыҙҙың кәүҙәһен яндырыуға ҡаршы, сөнки мосолман ҡанундары буйынса мәйет ерҙә ятырға тейеш. Бәлки, ҡыҙҙы Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә ерләргә тура килер.