Рус теле буйынса имтихан 2–3 июлдә үтәсәк. Математиканан имтихан 6 июлгә, физика менән тарихтан 9 июлгә, химия менән йәмғиәтте өйрәнеү 13 июлгә, биология, сит телдән яҙма имтихан 16 июлгә планлаштырылған.18, 20 июлдә сит тел фәненән телдән һынау үтә. Расписаниела бөтә предметтар буйынса резерв көндәр ҙә ҡаралған.
БДИ тапшырырға теләмәгәндәргә аттестатҡа уҡыусының өлгәше буйынса йыллыҡ билдәләр ҡуйыласаҡ.
Коронавирус йоҡтороу хәүефе булыу сәбәпле, мәктәптә , кабинеттарҙа өҫтәмә хәүефһеҙлек саралары күреләсәк. Уҡыусыларҙың тән температураһы үлсәнәсәк, дезинфекция үткәрелгән кабинеттарҙа улар бер - береһе менән 1,5 м аралыҡта ултырасаҡ.