Владимир Путин: Көсөргәнешле эшегеҙ өсөн рәхмәт

Рәсәй Президенты ауыл хужалығында эшләүселәргә рәхмәт белдерҙе. Беҙҙең был тармаҡта эштәр яҡшы бара икән.

Владимир Путин ошо өлкәгә бәйле кәңәшмә уҙғарғанда белдереүенсә, бөртөклө культуралар йыйыу күләме алты йыл рәттән 100 миллион тоннанан ашыу. Беҙҙең ил үҙ-үҙен тулыһынса тәьмин итә ала.
Коронавирус таралыу шарттарында ла аграр һәм эшкәртеү сәнәғәте улай уҡ ныҡ зыян күрмәгән. Әммә сығымдарҙың артыуы ихтимал.
Был йәһәттән Президент бәләкәй предприятиелар, хужалыҡтарға ярҙам итеү кәрәклеген белдерҙе. Айырыуса фермер хужалыҡтары иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел.
– Әлбиттә, тине Путин, АПК үҫеше ул етештереү ҡарарҙарын ғына хәл итеү түгел, ә яңы эш урындары булдырыу ҙа, килемде күтәреү ҙә, миллиондарса кешенең йәшәү кимәлен яҡшыртыу ҙа.
Фото: Кремлин.ру.
Читайте нас