Йәшелсәләр өсөн файҙаһы ҙур

Бөтә үҫемлектәр өсөн дә универсаль дауа.

Ҡыярҙар өсөн һуған төнәтмәһенән дә яҡшы дарыу юҡтыр. Айырыуса япраҡтары һарғая башлаған ваҡытта файҙаһы тейә. Бының өсөн бер биҙрә йылы һыуға бер-ике ус һуған ҡабығы һалып, ҡайнар хәлгә еткәнсе утта тоторға. Һыуынғас, бер биҙрә һыуға ике ҡалаҡ ошо төнәтмәне ҡушырға һәм ҡыярҙарға, ҡабаҡтарға һибергә.
Шулай уҡ бер биҙрә һыуға һуған һалып, ҡайнатмай ғына төнәтмә әҙерләргә лә була. Һуңынан шул төнәтмәгә миннекте манып алып, ҡыяр, борос һәм башҡа йәшелсә үҫентеләренә һибергә. Бигерәк тә помидорҙар, ҡыярҙар һәм кишергә һәйбәт тәьҫир итә. Күҙгә күренеп уңыш арта.
Фото:Т.Аманов.
Читайте нас