Назар Нәжмигә һәйкәл ҡуйыла

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжминең һәйкәленә конкурс иғлан ителде.

Ул баш ҡаланың Совет урамында Әзмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана алдында ҡуйыласаҡ. Үҙегеҙҙең проекттарығыҙҙы 30 октябргә тиклем БР Рәссамдар союзына ебәрә алаһығыҙ. Бәйге положениеһы менән “Рәсәйҙең рәссамдар союзы” Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһы сайтында танышырға мөмкин.
Фото:rb7.ru
Читайте нас