Метр ярым ара вирустан һаҡлаймы?

Тормошобоҙға “социаль аралыҡ” (социальное дистанцирование) тигән төшөнсә килеп инде. Хәҙер урамда, магазинда кешеләр бер-береһенә төртөлөшөп йөрөмәҫкә, эскәмйәләрҙә һырынышып ултырмаҫҡа тейеш. Тик дистанция тотоуҙың бер файҙаһы булмауы ла мөмкин. Әгәр...

Әгәр ел иҫһә, ул метр ярым араның мәғәнәһе юҡ. Ғалимдар шундай фекергә килгән. Сөнки ел инфекцияны тиҙ генә бер урындан икенсеһенә күсерә ала. Теүәлерәк әйткәндә, вирус йөрөтөүсе сөскөрһә һәм саҡ ҡына булһа ла ел иҫһә, инфекция төкөрөк менән бергә биш секундта алты метрға “һикерә”. Көслөрәк елдә иһә вирус тағы ла алыҫыраҡ оса.

Йоғошло вирус йөрөтөүсе ҡысҡырып һөйләшһә лә, төкөрөгө осоуы һәм һауала уртаса 12 минут ҡалыуы мөмкин. Шуға ла маска кейеү мотлаҡ!

Тағы шуныһы: хәүеф төркөмөндә балалар һәм бәләкәй буйлы кешеләр. Тикшеренеү һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә, микроөлөшсәләр (бында төкөрөктәге вирус тип алайыҡ) аҫҡа төшөүсән.

Тимәк, битлекһеҙ кешеләрҙән һәм елдән ҡасабыҙ!

Фото: Reuters.

Читайте нас