Ул арбалағы сабыйҙы ныҡ итеп һелкетә, баланың ҡаты һелкенеүҙән аяҡтары уңлы-һуллы һикерә. Сама менән 50 йәштәрҙәге ҡатын (күрәһең, өләсәйҙер), бәләкәсте "йыуатыу" ысулын телефонға төшөргәндәрен күргәс, камераны һүндереүҙәрен һорай. Ниңә баланы ыҙалатаһығыҙ, тигән һорауға, "Ике көн буйы илай, түҙерлек әмәл ҡалманы", - тип аҡлана. Артабан ул шаһиттың телефонын тартып алырға маташа, полиция менән янағас, боролоп китеп бара. Был ваҡытҡа инде бала ла тынысланған була.