Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Май 2020, 12:12

Пионерҙар көнө менән, дуҫтар!

1922 йылда Бөтә Рәсәй комсомол конференцияһында пионер отрядтары ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә. Оҙаҡ йылдар был көн Пионерҙар көнө булараҡ билдәләнә. Ләкин Советтар Союзы тарҡалыу менән байрам рәсмилеген юғалта. Шулай ҙа пионерияның ғорур исеме, уға булған ҡәҙер-хөрмәт элекке быуын вәкилдәре күңелендә бөгөн дә йәшәй. Һәр кем был осорҙо ғүмеренең иң сағыу ваҡиғаһы итеп ҡабул итә. Берәүҙәр дружина байрағын йөрөтөүсе, икенселәр отряд командиры, ә кемдер тимуровсылар командаһы рәйесе булған. Ҡасандыр рәсми байрам булараҡ иҫәпләнгән 19 майҙы йәш быуын белмәй ҙә тиерлек. Шулай ҙа ҡайһы бер төбәктәрҙә был көн билдәләнә. Тик усаҡ яғыу, пионер йырҙарын йырлау юҡ кимәлендә. Ҡыҙыл галстукҡа булған ихтирам менән тоғролоҡ та хәҙер тарихта ғына ҡалған...Әйҙәгеҙ, иптәштәр, үҙегеҙҙең пионер саҡтағы фотоларҙы комментарий итеп һелтәгеҙ әле. Әле галстук тағып төшкән фотолар ҙа ҡабул ителә.


Белешмә:

Был ойошма 1922 йылда төҙөлә һәм 1991 йылда, СССР тарҡалғас, бөтөрөлә. 1921 йылда күп ҡала һәм ауылдарҙа йәш коммунистар ойошмалары барлыҡҡа килә башлай. 1922 йылдың 19 майында Рәсәй коммунистик йәштәр союзының 2-се Бөтә Рәсәй конференцияһы пионер отрядтары ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә. 1923 йылдың майында Өфөлә йәштәр союзының 1-се ҡала-район комитеты ҡарамағында пионер отряды ойошторола. 1923-сө йылдың 10 октябре Башҡортостан пионер ойошмаһының тыуған көнө тип иҫәпләнә. Был көндө тәүге тапҡыр пионерға алыу тантанаһы үткәрелә. Республикала «Башҡортостан пионерҙары» балалар йәмәғәт ойошмаһы 20 йылдан ашыу эшләй. Бөгөн унда яҡынса 200 мең кеше иҫәпләнә.

Фото: Т.Аманов

Читайте нас