Әлбиттә, хәүеф төркөмөндәге кешеләргә. Сирлеләр менән эшләүсе табиптарға, мәҫәлән. Кем вазифаһы буйынса күп кеше менән эшләй - шуларға. Кассирҙар, кондукторҙар, таксистар, волонтерҙар...
Гамалея исемендәге Эпидемиология һәм микробиология буйынса милли тикшеренеү үҙәгенең Латент инфекциялар микробиологияһы бүлексәһе етәксеһе Виктор Зуев белдереүенсә, коронавирус грипп кеүек беҙгә йыл һайын киләсәк. Айырыуса иммунитет төшкән ваҡыттараҡ - иртә яҙҙа һәм көҙ аҙағында.