Көйәрмәндәр урынына ҡурсаҡтар…

Футбол буйынса Көньяҡ Кореяның «Сеул» клубы ил беренселегенең сираттағы осрашыуында буш трибуналарына кеше урынына маникен ҡурсаҡтар ултыртып сыҡҡан.

Уларҙың да коронавирус сире арҡаһында туҡталыған чемпионаты 8 май дауам итеп, осрашыуҙары көйәрмәнһеҙ уҙа. Шуға микәнме инде, ойоштороусылар ошо юлға барырға булған. Тик ҡурсаҡтар ябай түгел, ә өлкәндәр өсөн тәғәйен рәүештә эшләнгән ти…

Фото:ТАСС

Читайте нас