Ҡапыл ябығыу насар...

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш онкологы, академик Андрей Каприн Инстаграмда, ҡапыл ябығыу һағайтырға тейеш, тип белдергән.

Сөнки кәүҙә ауырлығын ҡапыл юғалтыу яман шеш билдәһе булыуы мөмкин. Академик әйтеүенсә, шеш аҡһымды ала ла, кеше ябыға башлай.

«Яман шеш лейкоциттарҙы кәметә, аҡһымды ашай. Беҙ пациенттарға йыш ҡына махсус аҡһымлы туҡланыу тәҡдим итәбеҙ», — тигән табип.
Башҡа белгестәр ҙә уның менән килешә. Теләһә ҡайһы тиҙ үҫешеүсе күҙәнәк аҡһым иҫәбенә формалаша, аҡһымды үҙләштерер өсөн глюкозаны һәм майҙарҙы энергия сығанағы булараҡ ҡуллана. Һуңғы стадияларҙа яман шеш 3 - 4 килограмға етеүе ихтимал. Ул бит организмда нимәнелер ашап үҫергә тейеш. Сирле кеше шуға ябыға ла.
Ғөмүмән, ҡапыл ябығыу - хәүефле...
Фото: Регнум.
Читайте нас