Юғалған балыҡсының үле кәүҙәһе табылған, ә уның дуҫын эҙләү эше дауам итә

Ҡариҙел йылғаһында юғалған балыҡсыларҙы дүртенсе аҙна эҙләйҙәр.

Нуриман районының Павловка ауылынан ике ир-егет 24 апрелдә балыҡ тоторға тип өйҙәренән сығып китә һәм юғала. Шул ваҡыттан алып улар тураһында бер нәмә лә билдәле булмай. Ҡыҙғанысҡа күрә, бөгөн уларҙың береһенең үле кәүҙәһе табыла. Мәйеткә Кировака ауылы кешеләре юлыға. Үлгән балыҡсы 1980-се йылғы. Икенсе балыҡсыны – 1985 йылда тыуған – эҙләү эштәре дауам итә.
Фото: ГТРК "Башҡортостан"
Читайте нас