Янғын аямай

Янғын һөҙөмтәһендә ике машина, өй ҡыйығы янып юҡҡа сыға.

Бөгөн Өфөнөң Болон урамында урынлашҡан шәхси секторҙа янғын сығыуы хаҡында Рәсәй Ғәҙәттән тыш тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығына хәбәр итәләр. Ваҡиға урынына тиҙ арала ҡотҡарыусылар йүнәлтелә.
Ике ҡатлы кирбес йорт һәм уға төкөтмә итеп эшләнгән гараж янғындан зыян күрә. Гаражда булған ике машина тулыһынса яна. Утты һүндерергә 13 берәмек техника йәлеп ителә.
Әле янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана.
Фото: ГТРК "Башҡортостан"
Читайте нас