Ура, мәсьәлә хәл ителгән!

Белорет районының Нура фермаһында йәшәүсе ата-әсәләр социаль селтәрҙәрҙә мәктәп автобусының юҡлығына зарланған. Балалар уҡыған 18-се һанлы мәктәпкә тиклем ара - 3,5 км. Мөрәжәғәтте «Инцидент-менеджмент» системаһы теркәп, Белорет районының хакимиәтенә ебәргән.

Райондың мәғариф идаралығынан килгән яуап буйынса, белем усағының автобусы бар. Шул автобуста Отнурок балалары мәктәпкә йөрөтөлгән.
Тик водителе булмаған! Белорет районының мәғариф идаралығы был мәсьәләне хәл иткән. Мәктәп әүәлге эш режимына күсеү менән водитель эшкә сығасаҡ.
Фото: ВК-нан.
Читайте нас