0,7 литр һыуға 60 мл перекисты һалып магазиндан һатып алған йәшелсә-емештәрҙе йыуһағыҙ пестицидтарҙы юҡҡа сығарыр. Ошо уҡ миҡтарҙағы һыуға 100 мл өҫтәп, махсус һиптерткес менән бүлмәгә "пөшкөлдәтеп" алғанда, һауалағы микробтар үлә.
Йыуғандан һуң тешегеҙҙе 2 балғалаҡ һыу менән 1 балғалаҡ перекисты бутап сайҡатығыҙ. Бер-нисә көндән улар ағыраҡ була башлаясаҡ. Ошондай уҡ һелтелә тырнаҡтарҙы ебетергә лә була, тымау тейгәндә танауҙы сайҡатһаң микробтар үлә, танау асыла. Ә теш һыҙлағанда һыу урынына кокос майы ҡушып сайҡатығыҙ.
250 мл 35% перекесь ҡушылған һыу менән ванна ҡабул итһәң организмдан шлактар сыға.