БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, бәләкәй балалы әсәләргә эшкә урынлашыуы ҡыйын. Шуға был закон проекты уларҙы яҡлауға йүнәлтелгән. Был яңы нормалар демографияны үҫтереүгә лә булышлыҡ итәсәк, тип ышана депутаттар. Өҫтәүенә, яңғыҙ әсәләргә лә ҙур ярҙам булыр ине.
Әгәр закон ҡабул ителһә, декреттағыларҙы эшкә алыусы бизнесмендарға дәүләт субсидия бирәсәк, күргәҙмәләрҙә, конгрестарҙа ҡатнашырға булышлыҡ итәсәк. Шулай уҡ хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙә, компания хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреүҙә ярҙам күрһәтәсәк.
Беләһегеҙ, беҙҙә "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү" милли проекты ғәмәлгә ашырыла.
Фото: "Башинформ" (В. Шахов).