“Башинформ” агентлығы яҙыуынса, һауа таҙарған икән. Башгидрометүҙәк белгестәре даими өлгөләр алған. Баҡһаң, автомобилдәр әҙ йөрөү сәбәпле, саң концентрацияһы былтырғыға ҡарағанда 28 процентҡа әҙерәк булып сыҡҡан.
Әммә изоляцияның икенсе бер яғы ла бар: өйҙә ултырған кеше генераль йыйыштырыныу яһап, сүп-сар ташлауын ярайһы арттырған. Ә хәҙер, битлек тәртибен ныҡлы индергәс, сүплектәр битлек менән туласаҡ инде... Өҫтәүенә, эшкәртелмәй торған медицина ҡалдыҡтары ныҡ күп буласаҡ.