Ул үҫемлектәр өсөн стимулятор һанала, сирҙәргә ҡаршы тороусанлыҡты арттыра. Сәскәләр тиҙерәк тамыр йәйһен, йәш ботаҡтары үҫһен өсөн дә ҡулланалар. Был дарыуҙы япраҡтарға ла һиптерергә лә мөмкин. Уны айырыуса орхидея, роза, драцена, бегония, фикус ярата. 0, 5 грамлы бер төймәлә 0,1 кислота бар. Гөлдәргә һибеү өсөн 1 литрға 1 төймә, япраҡтарға бөркөү өсөн 2 литр һыуға 1 төймә гәрәбә кислотаһы иҙелә. Файҙалы эретмә менән гөлдәрҙе айына ике тапҡыр туҡландырырға кәрәк.