Өфө мэрияһын Салауат Юлаев һәйкәле өсөн 200 мең һумлыҡ штрафҡа тарттырғандар

Милли батырыбыҙ һәйкәле - федераль ҡиммәткә эйә мәҙәни мираҫ сифатында дәүләт ҡурсалауына ингән объект.


Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ һәйкәлдең торошо менән ҡәнәғәт түгел. Былтыр сентябрҙә үк Салауат Юлаев һәйкәлендә бик күп етешһеҙлектәр асыҡланған. Тик объект хужаһы - Өфө мэрияһы тарафынан һәйкәлде һаҡлау һәм тәрбиәләү буйынса бер ниндәй ҙә эш башҡарылмаған, тигән һығымта яһаған суд..

Фото: социаль селтәрҙәр.
Читайте нас