Яңы тыуған сабыйҙы сүп-сар контейнерында тапҡандар

Яңы тыуған сабыйҙы сүп-сар контейнерында тапҡандар. Тулыраҡ:

Туймазы ҡалаһында бәғерһеҙ әсә яңы тыуған сабыйын сүп-сар контейнерына ташлап киткән. Сәғәт етеләрҙә ир баланы урам һепереүсе табып ала. Сабыйҙың илауын ишетеп килә ул. Тәүҙә бәләкәстең ҡулын күреп ҡала. Бала кейемдәр һалынған пакет эсендә ятҡан булған.
Изге күңелле ир баланы йылы урынға илтә, артабан тәртип һаҡлаусыларҙы һәм табиптарҙы саҡыра.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре бәғерһеҙ әсәнең кемлеген “эҫе эҙҙәр” буйынса бик тиҙ аныҡлай. Асыҡланыуынса, 36 йәшлек ҡатын баланы таңғы дүрттә тыуҙырған да, контейнерға сығарып ташлаған.
Билдәле булыуынса, әсәнең тағы ла ике бәлиғ булмаған балаһы бар.
Туймазы ҡалаһының Тәфтиш бүлеге ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатты. Малай әлеге ваҡытта дауаханала, табиптар ҡарауы аҫтында, тип хәбәр итә Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: pixabay.com
Читайте нас