Йөҙ ҙә бер хәҙис

Иртән төштәр күреп йоҡлау Бик рәхәт тә! – Тик ул рәхәт мәхрүм итер Бәрәкәттән. * * *

Мул тормошҡа бикле ҡапҡа,
Хеҙмәт – асҡыс шул йоҙаҡҡа.
* * *
Ислам юлында ағартһаң сәсең –
Ҡиәмәт көнөндә шул сәс нур сәсер.
* * *
Тәрбиәле кеше беленеп торор,
Ниндәй йәшендә лә ул күркәм булыр.

* * *
Тәрбиәле үҫкән бала – иң бай бала,
Мираҫ итеп тәрбиәне алып ҡала.

* * *
Кейемең иҫкергән, туҙғандай,
Күңелдә иҫкерә иман да.
Иман ныҡ – доғалар ҡылғанда,
Иманды нығытып торғанда.
* * *
Күберәк ҡабаланған – йышыраҡ хаталанған.

* * *
Күршеһенең асыҡҡанын күрә тороп,
Ниндәй мөьмин йәйрәп кәйеф-сафа ҡорор.
(“ Йөҙ ҙә бер хәҙис” китабынан)
Рауил БИКБАЕВ.
Фото: go812.ru
Читайте нас