Тик ул быйыл өйрәнелгәнсә түгел, ә ғәҙәти булмаған форматта буласаҡ. Федераль министрлыҡ күрһәтмәһенә ярашлы, “Һуңғы ҡыңғырау”ҙар мәктәптә үткәрелмәйәсәк. Байрамды онлайн-флешмоб йә башҡа дистанцион сара рәүешендә ойошторорға тәҡдимдәр бар.
“Һуңғы ҡыңғырауҙың” дистанцион форматы балалар баҡсаларының әҙерлек төркөмдәре һәм 4-се синыф уҡыусыларына ла ҡағыла. Төркөмдәр менән йыйылышыу, тәбиғәт ҡосағына сығыу тыйыла.
Әлегә был аныҡ ҡарар түгел, байрамды ойоштороу буйынса фекер алышыуҙар бара.