Рәсәй Конституцияһында Дәүләт Советының статусы нығытыла

Был ил менән идара итеү мәсьәләләрен тиҙ хәл итеү өсөн ҡулай буласаҡ.

«Левада үҙәге» гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү фонды мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй халҡының алты проценты ғына илдең Төп Законына үҙгәрештәр араһында иң мөһиме тип яңы власть структураларын формалаштырыуҙы атай.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Әхмәҙинуров белдереүенсә иһә, Рәсәй Президенты янындағы Дәүләт Советының статусын нығытыу ҙа бик ҙур әһәмиәткә эйә.

«Бөгөн булдырылған власть балансы Конституцияла оҙаҡ йылдарға нығытылырға тейеш. Ул “ҡыҙғылт һары революция” кеүектәрҙе булдырмау йә фетнә тыуҙырмау өсөн бик мөһим», – тигән парламентарий.

Әйткәндәй

Халыҡтан һорашыуҙар шуны күрһәткән: төҙәтмәләр араһында иң мөһимдәре рәтенә кешеләр түрәләр өсөн сит ил гражданлығын тыйыуҙы һәм МРОТ күләмен йәшәү минимумынан да кәм ҡуймаҫҡа тигән гарантияны индергән.

Дәүләт Советы тарихынан: РСФСР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт Советы, консультатив-кәңәшмә органы булараҡ, 1991 йылда булдырылған. Уның статусын нығытыу шул уҡ йылдың көҙөндә төҙөлгән Конституция проектында күҙалланған, әммә Совет ҡулайлаштырыу режимына эләккән. Ҡабаттан ул 2000 йылда барлыҡҡа килгән. Күберәк Рәсәй төбәктәре проблемалары ҡарала.

Сығанаҡ: Bash.news sputnik.
Фото: “АиФ” сайтынан.
Читайте нас