Октябрь районының Водин ауылына “Южный рубеж” эҙәрмәндәр отряды урынға сыҡҡан һәм тағы ла яугирҙәрҙең әйберҙәрен– өс медальонды һәм "А. Кузьменко" тип яҙылған алюмин фляжканы ҡаҙып сығарған. Ҡағыҙҙа яҙылғанса, һалдаттың береһенең 1917 йылда Миәкә районының Смородиновка ауылында тыуған Андрей Филлипович Григорьев булыуы асыҡлана. Сталинград һаҡсыһы 126-сы уҡсылар дивизияһының разведка взводы командиры булған. Фронтҡа алынғансы Өйәҙебаш мәктәбе директоры булып эшләгән.