

РФ Үҙәк Һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү барышын контролләү өсөн сәйәси партиялар, ижтимағи ойошмаларҙан үҙ күҙәтеүселәрен ебәреүҙе һорағайны.
Ғариза юллаусылар ярайһы ғына күп булып сыҡҡан. Йәмәғәт палатаһының һайлауҙа йәмәғәт күҙәтеүе буйынса эш төркөмө етәксеһе Максим Григорьев 100 меңдән ашыу ғариза килеүе тураһында хәбәр итә. Был һанға тағы Мәскәү өлкәһенән 25 меңләп ғариза ҡушылырға тейеш.
Тик әлегә ҡасан тауыш биреребеҙ генә билдәле түгел.
Фото: РИА-Новости.