Иғтибар! 9-сы кластар өсөн йомғаҡлау имтихандары булмай, ЕГЭ билдәһеҙ ваҡытҡа күсерелә

Сайтта тулыһынса:

РФ Мәғариф министрлығы туғыҙынсы класс уҡыусылары өсөн рус теленән һәм математиканан йомғаҡлау имтихандарын үткәрмәҫкә мөмкин тигән. Бының турала ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Йомғаҡлау баһалары йыллыҡ баһалар нигеҙендә ҡуйыласаҡ.

Мәктәпте тамамлаусылар өсөн Берҙәм дәүләт имтихандары (ЕГЭ) датаһы йәнә 8 июндән билдәһеҙ ваҡытҡа күсерелде.

Фото: Т.Аманов
Читайте нас