Өфө ҡалаһының тәртип һаҡлаусылары 14 йәшлек Катя Тимофееваны эҙләйҙәр, тип хәбәр итә республиканың Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Ҡыҙҙың әсәһе хәбәр итеүенсә, Катя Тимофеева 1 майҙа уҡ юғалған. Был көндө, әсәһенең һүҙҙәре буйынса, ҡыҙ Эльвира исемле әхирәтенә ҡунаҡҡа китә һәм унда төнгөлөккә ҡала. Эльвира Рихард Зорге урамында йәшәй. Бынан һуң ул бер нисә тапҡыр әсәһе менән бәйләнешкә сыға ла, юғала.
Ҡыҙҙың тышҡы билдәләре: ябыҡ, йөҙө овал, күҙҙәре – һоро, танауы тура, ирендәре нәҙек, сәстәре оҙон, һарғыл төҫтә, буялған.
Айырым билдәләрҙән, ҡыҙҙың тәнендә бер нисә татуировка бар – ике роза һәм яҙыу.
Юғалған көндө ул күк ветровка, футболка, аҡһыл күк джинсы, аҡ кроссовкалар кейгән булған.
Әгәр ҙә кемдер Катяның ҡайҙалығын белһә, ошо телефон номерҙары буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар: 8 (347) 279-39-02, 8 (347) 237-19-60, +7 347 242-77-15, +7 347 279-33-02 йәки 02 (телефондан – 102).