Баҡсасылар иғтибарына: ошо арала ҡырау төшәсәк

Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында һөйләнеләр. Тулыраҡ сайтта:

Республика биләмәһендә ошо көндәрҙә ҡырау төшәсәк. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының белгестәре мәғлүмәте буйынса, ҡырау арҡаһында һауа һәм тупраҡ торошо 0, 2° тиклем төшәсәк. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, ҡырау 15 майға ҡарай төндә төшөүе ихтимал.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты был көндәрҙә айырыуса һаҡ һәм иғтибарлы булырға кәңәш итә. Баҡсасылар белә: был көндәрҙә үҫентеләрҙе махсус ҡаплап йылытмаһаң, уларҙың һәләк булыуы ихтимал.
Фото: pixabay.com
Читайте нас