БӨРКӨТТӨ ҠАРҒАЛАРҘАН ҠОТҠАРҒАН

Миәкә районының Етегән ауылында йәшәүсе Альберт Ким ғаиләһе менән ҡайтып килгәндә юл буйында оса алмаған ҡошҡа ҡарғалар ташланғанын күрә. Ул тиҙ генә ҡарғалар һөжүменә дусар булыусы ҡошто ҡотҡарырға ашыға.

Ҡотҡарылыусы ҡош бөркөт булып сыға. Йәрәхәтләнгән бөркөттө ир өйөнә алып ҡайтып тауыҡ кетәгенә урынлаштыра. Һарайҙа йыртҡыс ҡош йәшәй башлағас, тауыҡтар йоморҡа һалыуынан туҡтай, әтәс үҙенә урын тапмай.
Тик бөркөттөң уларға ташланырға хәленән килмәй.Үҙе кеше көнлө. Хужалар уны ҡапҡанға тотолған сысҡандар менән һыйлаған.
Был яҡтарҙа бөркөттөң ҡайҙан килеп эләгеүе сәйер күренеш. Ул ҡулға эйәләштерелгәнгә оҡшаған.
Әле бөркөт Салауат ҡалаһы ветеринарҙарына тапшырылған. Уны ҡарап, дауалап тәбиғәткә ебәрәсәктәр.
Фото: БЮТ
Читайте нас