Асылыкүл тәбиғәт паркы инспекторҙарының сираттағы рейдында 1 саҡрым ярым оҙонлоғонда браконьерҙарҙың ауҙары табыла.
Балыҡтар ыуылдырыҡ сәскән ваҡытта ярҙан ҡармаҡлаусылар өсөн дә талаптар ҡәтғи. Уларға бер ҡалҡыуыслы йәки батырғыслы ҡармаҡ һалырға ғына рөхсәт ителә.
Ыуылдырыҡ сәсеү ваҡытында йылғалар һәм күлдәр етди күҙәтеү аҫтына алына. Балыҡ тотоуға сикләүҙәр йыл һайын ыуылдырыҡ сәсеү ваҡытында һыу ятҡылыҡтарында балыҡтар запасын тулыландырыу өсөн индерелә.
Балыҡ тотоу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ һәм енәйәти яза ҡаралған.