Дөйөм белем биреү һәм дәүләт һөнәри белем биреү ойошмаларының иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусылары араһында дистанцион конкурс ойошторола. Уның йомғаҡтары буйынса иң яҡшы 50 уҡытыусыға республика мәғарифы үҫешенә өлөш индергән һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлеге өсөн 50 мең һум күләмендә премия тапшырыла. Республика конкурсында ҡатнашыу өсөн документтарҙы 2020 йылдың 25 майына тиклем Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтының электрон адрестарына ебәрергә кәрәк.