Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева “битлек” режимын боҙоусылар өсөн язаны ҡатыраҡ эшләргә тигән тәҡдим менән сығыш яһаны. Бының өсөн махсус ҡанун проекты ҡабул итергә кәрәк. Уның һүҙҙәре буйынса, бындай ҡанун ҡабул ителмәһә, хөкүмәттең коронавирустың таралыуын туҡтатыу буйынса алып барған бар эше “сүплеккә осасаҡ”.
- Урамға сыҡҡан саҡта битлек һәм бирсәткәләр кейеүе ҡыйын түгел бит. Был үҙебеҙҙең, башҡаларҙың һаулығын һәм ғүмерен һаҡлау өсөн мөһим. Бигерәк тә “үҙизоляция” режимын йомшартҡан ваҡытта, - ти “Берҙәм Рәсәй” партияһы депутаты.
Республика башлығы Радий Хәбиров Үтәшеваның һүҙҙәре менән килешеүен белдерҙе. Ҡанун проектын бөгөн үк ҡараясаҡтар һәм ҡабул итәсәктәр.