Рәхмәт һиңә, Еңеү һалдаты!!!

Бер кем дә онотолмаған. Ғорурланабыҙ, һеҙҙе алда баш эйәбеҙ. Благовар районында ла илгә азатлыҡ алып килгән ветерандарыбыҙ юғары кимәлдә тәбрикләнде.

Уларҙың һәр береһенең йорто алдында хәрби йырҙар йырланды, Еңеү парады ойошторолдо, бүләктәр тапшырылды.
Бөйөк Ватан һуғышы көндәре йылдар үткән һайын беҙҙән йырағая, ә Еңеү алып килгән ветерандарыбыҙ сафы һирәгәйә бара. Ләкин ҡаһармандарыбыҙҙың батырлыҡтарын оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ.
Фото: видеояҙманан скриншот
Читайте нас