Өйҙән сыҡҡан да ғәйеп булған

Башҡортостан эҙһеҙ юғалған утыҙ бер йәшлек Анатолий Акшенцевты эҙләйҙәр.

Дүртенсе майҙа Ишембай ҡалаһында йәшәүсе утыҙ бер йәшлек Анатолий Акшенцев өйөнән сыҡҡан һәм шунан бирле әйләнеп ҡайтмаған. “Лиза Алерт” ирекмәндәре уның йөҙ-ҡиәфәтен һүрәтләп, социаль селтәрҙәрҙә халыҡтан ярҙам һорайҙар.
Анатолийҙың буйы оҙон түгел, 162 см. Кәүҙәһе уртаса, сәстәре – һары, күҙҙәре – зәңгәр төҫтә. Юғалған көндә ул ҡара-күк төҫтәге капюшонлы куртка, ҡара джинсы салбар, ҡара кроссовки һәм һорғолт-күк свитер кейгән булған.
Анатолий хаҡында ниндәй ҙә булһа хәбәр белеүселәрҙе 112 йәки 8-800-700-54-52 телефон һандарын йыйып хәбәр итеүҙе үтенәләр.

Фото: "Лиза Алерт"
Читайте нас