Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан уның йорто эргәһендәге скверҙа олатай ял итергә ярата. Ошонда магнитофонын тотоп килә лә, башҡорт халыҡ йырҙарын тыңлай. Ҡара диңгеҙ буйҙары күңелгә шул тиклем танһыҡ тыуған яҡ, ҡурай моңдарына күмелә.
Барый олатай – минең өләсәйем Ғилминурҙың бер туған ағаһы. Ете балалы ғаиләлә тыуып үҫә улар. Аталары Ҡәйүм бик уҡымышлы, грамоталы кеше була. Заманында мәҙрәсәлә Зәки Вәлидиҙең атаһы Әхмәтшала белем ала. Ҡанлы сәйәси золом йылдарында, ғаилә башлығы репрессиялана. 54 йәшендә Мордовия лагерында вафат була. Өлкән улы Хамматты ла ҡулға алалар. Уның да 35 йәшендә лагерҙа ғүмере өҙөлә.
1941 йылда һуғыш башланғас, Ҡәйүмдең Әхәт һәм Самат исемле улдарын һуғышҡа алалар. Ғаилә тотҡаһы, әсәһенә терәк булып 16 йәшлек Барый ҡала. Егет ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Репрессияланыусы кешенең улы тип ҡырын ҡараһалар ҙа, мәктәптә тырышып уҡый һәм Иҫке Собханғол урта мәктәбен алтын миҙалға тамамлай. Уҡытыусылар етешмәй, шуға ла белемле егетте Ғәлиәкбәр мәктәбенә математика уҡытыусыһы итеп эшкә алалар.
Ауыр йылдарҙа бәләкәй балалар менән яңғыҙ тороп ҡалған әсәһенә терәк-таяныс була ул. Илдә аслыҡ хөкөм һөрә. Уҡытыусыларға ни тиһәң дә һәр ғаилә ағзаһы өсөн 5 он бирәләр. Егет саңғыла 36 км юл үтеп, район үҙәгенән аҙыҡ ташый.
1942 йылда Барыйҙы ла һуғышҡа алалар. Йәш уҡытыусы, комсомолец булараҡ, фронтҡа юлланыр алдынан һуғышға алыныусылар алдында “Беҙ барыбер еңәсәкбеҙ!” тип ялҡынлы телмәр менән сығыш яһай.
Ағиҙел менән Нөгөштән башҡа бер ҙур йылғаны ла, диңгеҙҙе лә күрмәгән Бөрйән егетен Тымыҡ океанға хәрби хеҙмәткә ебәрәләр.
Рус утрауында дингеҙ пехотаһында хеҙмәт иткәс, Ленин комсомолы исемендәге Ҡыҙыл Байраҡлы хәрби-диңгеҙ артиллерия училищеһына уҡырға ебәрелә һәм курсант булараҡ, Уссурийскиҙа ил сиктәрен һаҡлай. Япония менән барған һуғышта ҡатнаша.1945 йылда уҡыу йортон Рига ҡалаһына күсерәләр. Бында курсанттар Латвия нацистарын ҡулға алыуҙа ҡатнаша. 1952 йылға тиклем ҡала хәрби бәрелештәр биләмәһе иҫәпләнә. Уҡыу йортон тамамлағас, 1948 йылда Римский- Корсаков утрауына батарея командиры итеп тәғәйенләнә. Һуңынан Корея сигенә күсерелә. Находкалағы Ольга бухтаһында дивизион командиры булып хеҙмәт итә.Төньяҡ Кореяны ҡорал менән тәьмин итеү эштәре ваҡытында ҡаты яралана. Тик көслө ихтыяр көсө һәм үҙ өҫтөндә ныҡышмалы эшләүе арҡаһында ғына аяҡҡа баҫа Барый.1952 йылда ғаиләһе менән Севастополгә күсеп килә һәм 29-сы, 30-сы батареяларға етәкселек итә.1969 йылда артиллерия подполковнигы званиеһында хаҡлы ялға китә. 23 йыл Ҡара дингеҙ балыҡсылыҡ флотында Янғын инспекцияһы начальнигы булып эшләй. Севастополдә тәүгеләрҙән булып Ҡаланың ирекле халыҡ дружинаһын ойоштора.
Барый Ҡәйүм улының улы ла, ейәне лә олатаһының юлын дауам итә- хәрби диңгеҙ офицерҙары.
Ветеран әле сафта. Севастополдә уны барыһы ла белә, хөрмәт итә.
“Үҙенең бар тормошон хәрби хеҙмәткә, ауыр диңгеҙ флотына арнаһа ла, бер ҡасан да зарланыуҙы белмәне, үҙенең ҡулы аҫтындағыларға ифрат та кешелекле булды”, – тиҙәр уның белгәндәр.
Олатай бер ҡасан да тәмәке тартмаған , спиртлы эсемлектәр эсмәгән
һәм һәр көн иртән хәрбиҙәрсә физкультура эшләүҙе ғәҙәт итеп алған. “Оҙон ғүмерле булыуҙың да сере шундалыр”, – ти ул.
Наилә ШӘМИҒОЛОВА, Бөрйән районы прокуроры урынбаҫары.